-Быйыл “Башкиравтодор” йәмғиәтенең Әлшәй юл-төҙөлеш идаралығы филиалы планлаштырылған бөтә эштәрҙе тулыһынса һәм ваҡытында үтәне. Был – юлдар төҙөү һәм ремонтлау, юл ситтәрен ҡом һәм ваҡ таш ҡатнашмаһы менән нығытыу, сүп үләндәрен сабыу, юлдарға билдәләр һыҙыу, кәрәкле юл хәрәкәте билдәләре урынлаштырыу һ.б. Туғыҙ айҙа 101 млн һумдан ашыу суммаға төҙөлөш-монтаж эштәре башҡарылды, - ти филиал етәксеһе Рафаэль Нурҡаев.
Быйылғы миҙгелдә төҙөкләндереү эштәре башлыса Раевка ауылында алып барылды. Дзержинский урамындағы, Икмәк тыҡрығындағы юлдарға капиталь ремонт үткәрелде. Дзержинский урамындағы йәйәүлеләр зонаһын төҙөкләндереү тамамланып килә. Коммунистик, Кусков урамнарында һәм Алһыу тыҡрығында тротуар һалынды. Шулай уҡ “Ҡала мөхите” проекты буйынса Совет майҙаны, Тыныслыҡ урамындағы 1-се һәм 3-сө, Дуҫлыҡ урамындағы 19а һәм 32а күп фатирлы йорттар ихаталары төҙөкләндерелде. Уларҙа йорт алды майҙансыҡтарына асфальт һалынды, сүп һауыттары һәм эскәмйәләр ҡуйылды. Әлеге ваҡытта район үҙәгендә Карл Маркс һәм Киров урамдарындағы юлдарға асфальт һалыу эштәре бара. Аксен ауылына инеү юлына һәм Совет урамындағы юлға ремонт эшләнде.
Рафаэль Рәсүл улы билдәләүенсә, 66 кешенән торған филиал коллективы берҙәм эшләй һәм бөтәһе лә - үҙ эшенең оҫтаһы. Юлдар төҙөү һәм ремонтлау – уларҙың яратҡан эше. Бында бер нисә тиҫтә йыл хеҙмәт һалғандар ҙа бар. Улар - намыҫлы хеҙмәте өсөн “Рәсәй Федерацияһының почетлы юлсыһы” исеменә лайыҡ булған слесарь Сергей Назаров, юл эшсеһе Наталья Силаева, шоферҙар Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе Николай Жнейкин, Фәнгиз Нәсхетдинов, Владимир Дергунов, Рәмил Килдеғолов, Филүз Нәсхетдинов, ағалы-ҡустылы Сергей һәм Николай Денисовтар.
Шофер Ирек Шәрәпов та шундайҙар иҫәбендә. Был һөнәр серҙәренә ул Дәүләкән һөнәрселек училищеһында өйрәнә. Унан һуң армияла хеҙмәт итә. Хеҙмәтен тултырып ҡайтҡандан һуң, район үҙәгенең төрлө ойошмаларында эшләй һәм 1993 йылдан алып юл ремонтлау-төҙөү идаралығында хеҙмәт һала. Был һөнәргә ул ғүмеренең күп өлөшөн арнаған. Улы Евгений ҙа атаһы һөнәрен һайлаған. Ул да - “КамАЗ” шоферы һәм шулай уҡ Юл ремонтлау-төҙөү идаралығында эшләй.
Ирек Наил улын базала бик һирәк осратырға мөмкин. Ул һәр ваҡыт юлда. Бөгөн ул Өфө ҡалаһының Көньяҡ-Дежневский карьерынан ҡом һәм ваҡ таш ҡатнашмаһы ташый. Көнөнә ике рейс яһарға тура килә – ә был 600 километрҙан ашыу юл үтеү тигән һүҙ.
Ирек Шәрәповтың эшендә өҙөклөктәр булмай. Юлдарҙы ремонтлау миҙгеле тамамланыу менән автомашинаны көслө һалҡындар һәм ҡар-бурандар осорона әҙерләргә кәрәк. Һәм был йыл һайын дауам итә. Ирек Наил улы бына егерме биш йыл инде яраткан эшенә тоғро ҡала.