Әлшәй хәбәрҙәре
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәрмәндәр
4 Октябрь 2018, 16:30

“Һин яратырға өйрәттең Һәр бер биҙәген ерҙең....”

Ғүмер буйына хәтерҙә ҡалырлык һәм онотолмаҫлыҡ миҙгелдәр була.

Улар - бала саҡ, йәшлек, мәктәп һәм, әлбиттә, уҡытыусылар.
Изге күңелле, аҡыллы, арыу-талыу белмәҫ һәм тынғыһыҙ, талапсан, ныҡышмалы һәм етди уҡытыусылар.
Иң изге һөнәр эйәләренең береһе булған педагогтар, арыу-талыу белмәй, көн һайын, йылдан-йыл белем донъяһына юл аса. Фән нескәлектәрен генә төшөндөрөп ҡалмай, ә дуҫлашырға, ярҙамлашырға, игелекле булырға, тормошта дөрөҫ юл табырға ла өйрәтә.
Ул уҡытыусы һөнәрен һайлап, яратҡан эшенә ғүмере буйы тоғро ҡала. Бына 37 йыл инде Гөлсинә Мәғсүм ҡыҙы Вафина донъяға ҡарашы, ихласлығы, тәрән белеме менән балалар йөрәгендә яҡты ут ҡабыҙа, ә ул ут һәр дәрес һайын яҡтыраҡ яна һәм уҡыусыларҙы яңы белем иленә саҡыра.
Ул ниндәй һөнәр һайларға тип бер ваҡытта ла баш ватмаған. Бәләкәй сағынан уҡ ул үҙен уҡытыусы итеп күҙ алдына килтергән, бына ул журнал тотоп синыф бүлмәһенә инә, уҡыусылар уның дәресен иғтибар менән тыңлай, ә аҙаҡтан ул билдәләр ҡуя. Туймазы ҡыҙының бала саҡ хыялы тормошҡа аша. Ул, педагогия институтын уңышлы тамамлап, хыялындағыса, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып китә.
Ире хәрби хеҙмәткәр булғанлыҡтан, ул һәр ерҙә уның менән бергә була. Тәүҙә Германияла киске мәктәптә белем бирә. Тормош иптәшен Бохараға күсергәс, туғыҙ йыл башланғыс синыфтарҙа уҡыта. Унан һуң Наманган, Дәүләкән мәктәптәрендә эшләй. 1991 йылда Вафиндар Әлшәй районына, иренең тыуған яғына күсеп ҡайта. Һәм Гөлсинә Мәғсүм ҡыҙы Раевка гимназияһында эшләй башлай.
Уҡытыусы өсөн иң ҙур бүләк– балаларының уңышы. Гөлсинә Мәғсүм ҡыҙының уҡыусылары – рус теле һәм әҙәбиәте буйынса район, республика олипиадалары еңеүселәре һәм призерҙары. Улар дәүләт имтихандарында ла юғары балл ала. Араларында уҡытыусылары юлын һайлағандары ла бар. Ә педагог өсөн тағы ла иң мөһиме - уҡыусыларының күп йылдар үткәс тә уны онотмауҙары, йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алыуҙары. Уға Раевкалағы сығарылыш синыфы уҡыусылары ғына түгел, Бохаралағы уҡыусылары ла Интернет аша рәхмәт һүҙҙәре еткерә.
Яратҡан эшенә ғүмеренең күп өлөшөн арнаһа ла, Гөлсинә Мәғсүм ҡыҙы бөгөн дә үҙен мәктәптән, яратҡан коллективынан, дәрестәрҙән, балалар менән әхлаҡ темаһына асыҡтан-асыҡ һөйләшеүҙәрҙән, дәфтәр тикшереүҙәрҙән, олимпиадаларға әҙерләнеүҙән, йоҡоһоҙ төндәрҙән, дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы ваҡытында балалары өсөн тулҡынланыуҙан башҡа күҙ алдына ла килтерә алмай. Әммә, бөтәһенән элек, уҡытыусы балаларының ҙур тормошта тапшырасаҡ имтихандары – һәр ваҡыт һәм һәр урында ысын кеше булып ҡалыуҙары өсөн борсола.
Фәнүзә СУФИЯНОВА.
Читайте нас: