Йөҙөм ҡушылған эремсек бәлеше,йоп-йомшаҡ ҡына, ҡамыры мамыҡ кеүек кенә.
1 л. һөт
1 ҡап аҡ май
2/3 стакан шәкәр ҡомо
1 аш ҡалағы ҡоро сүпрә
Он
Ошоларҙың барыһын да бергә ҡушып, еткән тиклем он ҡушып ҡамыр баҫырға һәм ҡабартырға берәй сәғәт самаһы ваҡытҡа ҡуйып торорға.
Эслеге
500 г эремсек
2 йомортҡа
100 г йәки бер ус таҙа йөҙөм
2 аш ҡалағы шәкәр ҡомо
Ванилин
Аштарығыҙ тәмле булһын, ял көндәрегеҙ күңелле үтһен!