Әлшәй хәбәрҙәре
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Үҙ эшенең оҫтаһы
5 Июнь 2020, 17:10

Ҡайҙа ярҙам кәрәк, улар шунда

Йәш кенә ҡыҙ ололар өсөн дә еңел булмаған ошо эштә эшләй алырмы, икенсе көнөнә үк ташлап ҡасмаҫмы, тип икеләнгәндәрҙер инде.

8 июндә социаль хеҙмәткәрҙәр үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй.

Әбдрәшит ауылынан Әлфиә Әхмәҙиева бына егерме биш йыл инде социаль хеҙмәткәр булып эшләй. Ошо йылдар дауамында ул ҡайҙа ярҙам кәрәк, шунда тәү саҡырыуҙан уҡ килеп тә етә. Бөгөн дә уның ҡарамағында булған 16 кеше Әлфиәне түҙемһеҙлек менән көтә.

- Мин был эште йәш кенә килеш башланым, ул ваҡытта саҡ егермем тулғайны. Тормошомдоң иң ауыр сағы ине ул, Шафранда эшләп йөрөгәндә, әсәйем ауырып китеү сәбәпле, уны ҡарау өсөн ауылға ҡайтырға тура килде. Тиҙҙән ауылда социаль хеҙмәткәрҙең эштән китеүе хаҡында ишеттем. Эшкә урынлашырға килгәс, етәкселәр ҡыҫҡа ғына итәкле, биҙәнгән йәш кенә ҡыҙҙы күреп аптырап ҡалды. Был аңлашыла ла, йәш кенә ҡыҙ ололар өсөн дә еңел булмаған ошо эштә эшләй алырмы, икенсе көнөнә үк ташлап ҡасмаҫмы, тип икеләнгәндәрҙер инде.

Әлбиттә, тәүге мәлдә еңел булманы. Эште ташлап китергә уйлаған саҡтар ҙа булды. Ләкин әсәйем: “Эшең ауыр булһа ла, түҙ ҡыҙым, һиңә кешеләр һәр ваҡыт рәхмәт әйтер. Ә рәхмәтле булыуҙан да ҙурыраҡ сауап юҡ”, тине. Шулай 25 йыл эшләгәнемде хатта һиҙмәнем дә, - тип йылмая Әлфиә Йосоп ҡыҙы.

Социаль хеҙмәткәр эшенә бөтә Әхмәҙиевтар ғаиләһе йәлеп ителгән, балалары ла ихлас ярҙам итә. Оло улы Айнур - аграр университет студенты, игеҙәктәр Розана һәм Рамаҙан – етенсе класс уҡыусылары. Айырыуса Розана инәйҙәргә ихлас мөнәсәбәттә, әсәһе бармағанда ла ҡыҙ уларҙың инеп хәлен белә, йыш ҡына уларҙы үҙ ҡулдары менән яһаған бүләктәре менән һөйөндөрә. Розана – бик оҫта ҡыҙ, бәйләргә, аш-һыу әҙерләргә ярата. Өлкәндәргә кәрәкле дарыу һәм тауарҙар алып ҡайтыу өсөн район үҙәгенә барырға йыш ҡына транспорт кәрәк була, был осраҡта инде Әфғәт Әсғәт улының ярҙамы кәрәк була. Йәй көнө Әлфиә, әлбиттә, ололарға үҙе лә велосипедта ауылдың теге осонан был осона елдереп кенә барып килә, ә бына ҡыш көнө кәрәкле әйберҙәрҙе ире машина менән илтеп бирә.

- Беҙҙең эшебеҙ көндәлек проблемаларҙы хәл итеүҙә генә түгел, өлкән йәштәгеләрҙе мотлаҡ иғтибар менән тыңлай белеү, тынысландырыу, кәрәк саҡта дәртләндереп ебәреү ҙә мөһим. Улар менән бергә рәхәтләнеп көлгән саҡтар ҙа, илаған мәлдәр ҙә була. Ҡыҫҡаһы, социаль хеҙмәткәр – ул ярҙамсы ла, психолог һәм иптәш тә, - ти ышаныс менән сирек быуат ғүмерен ошо еңел булмаған һөнәргә арнаған Әлфиә Әхмәҙиева.

Читайте нас: