Әлшәй хәбәрҙәре
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Үҙ эшенең оҫтаһы
20 Апрель 2020, 18:30

Муниципаль хеҙмәттә – утыҙ алты йыл!

Ысын мәғәнәһендә һөнәри оҫталыҡ, яуаплылыҡ, эште системалы һәм дөрөҫ ойоштороу өлгөһө ул, тиҙәр Миләүшә Дибаева тураһында хеҙмәттәштәре.

Миләүшә Наил ҡыҙының хеҙмәт кенәгәһендә, Әлшәй районының Дәүләт банкына кредит инспекторы итеп ҡабул итеү тураһындағы яҙманы иҫәпкә алмағанда, Ниғмәтулла ауыл Советында эшләүе тураһында ғына яҙылған. 1982 йылда финанс техникумын тамамлағандан һуң, 19 йәшлек Кушнаренко һылыуы беҙҙең районға юллама буйынса эшкә килә. Тиҙҙән яҙмыш уны Ниғмәтулла ауылының булдыҡлы егете менән осраштыра. Йәүит ул ваҡытта армияла хеҙмәт итеп ҡайтып, урындағы мәктәптә физкультура уҡытыусыһы булып эшләгән була. Егет ауылдашы Суфияның сибәр әхирәтен шунда уҡ күреп ҡала һәм бер йылдан һуң Миләүшә биш ул үҫтергән Дибаевтар йортона килен булып төшә.

Тиҙҙән уны ауыл Советына эшкә саҡыралар. Бер йыл бухгалтер була, артабан башҡарма комитет секретары булып хеҙмәт һала, элек эштәр идарасыһы вазифаһын шулай тип атағандар. Миләүшә Наил ҡыҙы был вазифала 35 йыл тырыш хеҙмәт һала.

- Минең эргәмдә һәр ваҡыт игелекле кешеләр булды. Хеҙмәт юлым башланғанда Әҙһәм Ислам улы Хәбиров, Джемма Малик ҡыҙы Сәйәхова һәм Гера Хәмит ҡыҙы Байғужина банк эшенә өйрәтте. Ауыл Советында утыҙ йыл Наилә Хажиәхмәт ҡыҙы Вафина менән эшләнем, урындағы үҙ идара системаһында уның ярҙамында бухгалтерлыҡ иҫәбе серҙәренә төшөндөм. Ауыл Советы башлыҡтарына ла рәхмәтлемен, (ошо йылдар эсендә Ниғмәтулла ауыл Советы хакимиәте башлығы булып һигеҙ кеше эшләне), улар менән бергә урындағы әһәмиәттәге мәсьәләләрҙе хәл иттек, халыҡ йыйындары, халыҡ иҫәбен алыу, һайлау кампаниялары үткәрҙек һәм башҡа бик күп эштәр башҡарҙыҡ. Бөгөн дә хеҙмәттәштәремә һүҙ тейҙерерлек түгел, улар - уҙған йылдың сентябрь айында ауыл Советы башлығы итеп һайланған, эшебеҙҙең үҙенсәлегенә бик тиҙ төшөнөп алған Шамил Әхмәтов, тәжрибәле белгес Флорида Дәүләтшина, - ти Миләүшә Наил ҡыҙы.

Әйткәндәй, эше тураһында һөйләгәндә, ул, атайым юлын һайланым, ти. Фронтовик Наил Нурмөхәмәт улы Басиров һуғыштан һуңғы йылдарҙа шулай уҡ ауыл Советында эшләгән һәм ҡыҙы кеүек үк, участка һайлау комиссияһына етәкселек иткән.

Миләүшә Наил ҡыҙының ауыл Советы депутаты булараҡ та тәжрибәһе ҙур. Эштәр идарасыһы вазифаһы менән бер рәттән, башҡа йүнәлештә лә уңышлы хеҙмәт һалыуы тураһында уның республика Үҙәк һайлау комиссияһы, Башҡортостан муниципаль берәмлектәре советы ассоциацияһы, Дәүләт статистика комитетының күп һанлы грамоталары һәм рәхмәт хаттары һөйләй.

- Уңыштарымда ғаиләм, тормош иптәшем Йәүит Вәдүт улының да өлөшө ҙур. Ауыл Советында һәм, ғөмүмән, муниципаль хеҙмәттәге эш билдәле бер сәғәттә генә тамамланмай. Йыш ҡына ял көндәрендә лә эшләйһең, өйҙән иртәрәк сығып китәһең, һуңыраҡ ҡайтаһың... Әммә балаларым, ирем бер ваҡытта ла асыуланманы, киреһенсә, ярҙам итте. Ә ауылда, үҙегеҙ беләһегеҙ, эш-мәшәҡәттәр етерлек. Шуға ла иремә бик рәхмәтлемен. Был көндө барлыҡ хеҙмәттәштәремә лә, иң элек, яҡындарының уларҙы аңлауын, ярҙам итеүен теләйем, ул саҡта беҙҙең муниципаль хеҙмәттә лә уңыштар буласаҡ.

Читайте нас: