“Башҡортостан Республикаһы ауыл биләмәләренең иң яҡшы муниципаль хеҙмәткәре” конкурсында ҡатнашыу Раевка ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы ярҙамсыһы Гүзәл Әхмәтйәноваға лайыҡлы еңеү килтерҙе.
Муниципаль хеҙмәткәрҙең эше менән ул бала сағынан уҡ таныш. Гүзәл өсөн Дәүләкән районының Дүртөйлө ауылында егерме йылдан ашыу ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы булып эшләгән атаһы уның өсөн өлгө булып тора. Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтын уңышлы тамамлап, ҡулына юрист дипломы алғандан һуң, Гүзәл Рауил ҡыҙы хеҙмәт юлын Раевка ауыл Советының торлаҡ мәсьәләләре буйынса инспекторы булып башлай. Һуңынан баш юрисконсульт итеп күсерелә һәм әлеге көндә ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы ярҙамсыһы булып хеҙмәт һала.
13 йыл эшләү дәүерендә Гүзәл Әхмәтйәнова райондың, Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәре советы” ассоциацияһының почет грамоталары менән бүләкләнә.
- Муниципаль милектәге мөлкәткә ҡағылышлы мәсьәләләр, шулай уҡ ауыл биләмәһенең норматив-хоҡуҡи акттарына коррупцияға ҡаршы экспертиза үткәреү, норматив-хоҡуҡи акттарҙың ғәмәлдәге ҡануниәт талаптарына тап килеү-килмәүен тикшереү, урындағы әһәмиәттәге мәсьәләләр буйынса ҡарарҙар һәм бойороҡтар проекттарын, биләмә хакимиәтенең норматив-хоҡуҡи акттарын әҙерләү минең хеҙмәт бурыстарыма инә, - ти йылмайып, Гүзәл Әхмәтйәнова. – Шулай уҡ ышаныс ҡағыҙы буйынса судтарҙа һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарында, халыҡ тыңлауҙарында ойоштороуҙа ауыл советы хакимиәте мәнфәғәттәрен тәҡдим итәм.
Үҙ вазифаһына яуаплы ҡараған, эшен төплө белгән Гүзәл Рауил ҡыҙы юҡҡа ғына иң яҡшы муниципаль хеҙмәткәр исеменә лайыҡ булмаған шул.
Ғаиләһендә ул һөйөклө ҡатын һәм өс балаһына наҙлы әсәй ҙә. Ире Ришат нефть тармағында эшләй. Ҡыҙы Эльвина авиация техник университетының дүртенсе курсында белем ала, улы Артур – нефть-техник университетының беренсе курс студенты. Камилә башҡорт лицейының өсөнсө синыфында уҡый, шулай уҡ балалар сәнғәт мәктәбендә фортепьяно класында шөғөлләнергә лә, шахмат уйыны серҙәренә лә төшөнөргә өлгөрә.
- Был беҙҙең дөйөм еңеүебеҙ, - ти Гүзәл Әхмәтйәнова. – Яҡындарымдың, хеҙмәттәштәремдең иғтибарынан, ярҙамынан башҡа мин эшләй ҙә, бындай ҙур еңеүҙәргә лә өлгәшә алмаҫ инем. Был тәжрибә минең өсөн бик мөһим, үҙемдең һәләттәремде асырға мөмкинлек биргән бөтә кешеләргә лә рәхмәт һүҙҙәремде әйтәм.