Әгәр клиент парикмахерҙы тешләһә, ыҙғыш сығыуҙан ҡотолоп булмаҫ ине, моғайын. Әммә ҡайһы бер парикмахерҙар ошондай осраҡтарға, шулай уҡ клиентты тынысландырырға, үҙенсәлекле ысул менән тоторға һәм һыйпарға ла һәр ваҡыт әҙер. Бындай парикмахерҙар грумерҙар тип атала, улар - эт һәм бесәйҙәрҙең йөнөн алыу буйынса белгестәр.
Ә һеҙ улар тураһында ишеткәнегеҙ бармы? Ханнановтарға ҡунаҡҡа барғансы, мин дә был турала белмәй инем. Тап улар беҙҙең Раевкала бына бер нисә йыл инде дүрт аяҡлы дуҫтарыбыҙҙың матурлығы һәм гигиенаһы тураһында хәстәрлек күреүсе кешеләр барлығын һөйләне.
Ғаилә башлығы Вәкил Солтанғол улы – тәжрибәле ветеринария табибы, өҫтәүенә иҡтисадсы ла. Был һөнәрҙәргә эйә булыуы һәм яратҡан эше менән шөғөлләнеү теләге уға үҙ эшен асыуға этәргес була. Өҫтәүенә, белгес эҙләргә лә кәрәкмәй, тормош иптәше Рәмилә Рауил ҡыҙы – ветеринария фельдшеры. Шулай итеп, 1999 йылда район үҙәгендә тәүге “Йәнле донъя” магазины асыла. Ханнановтар ветеринария препараттары һәм ҡатнаш аҙыҡ һата башлай. Оҙаҡламай уларҙың эшмәкәрлеге тураһында бөтә районға билдәле була, сөнки “Йәнле донъя”ла һатып алыусыларға кәрәкле дарыуҙар менән бер рәттән, йорт хайуандарын дауалау буйынса ла кәңәштәр бирәләр. Шәхси хужалыҡ тотоусылар ҡош-ҡорт өсөн ветеринария препараттарына заказ бирә, ҡатнаш аҙыҡ, минераль өҫтәмәләр һатып ала. Әкренләп уларға аквариумистика өҫтәлә, балыҡтар, тутыйғоштар, кәнәри ҡоштары, диңгеҙ сусҡаһы, алйырҙандар барлыҡҡа килә...
Бөгөн ата-әсәһенең эшенә Ханнановтарҙың ҡыҙҙары – дипломлы ветеринария табибы Ләйсән һәм әле ошо һөнәргә уҡып йөрөүсе Лира ла ҡушылған. Ә “Йәнле донъя” магазиндары инде Раевкала өсәү, унда йорт хайуандары һәм ҡош-ҡорт тотоусылар, умартасылыҡ, балыҡсылыҡ менән шөғөлләнеүселәргә кәрәкле әйберҙәр, хатта бесәй һәм эттәргә заманса кейемдәр һәм биҙәнгестәргә тиклем бар. Мәҡәләмдең башында яҙылғанса, Ханнановтар беренселәрҙән булып грумингты үҙләштерә һәм дүрт аяҡлы клиенттарына матур “прическалар яһай”.
Егерме йыл эшләү дәүерендә Ханнановтарҙың даими клиенттары ла бар.
- Ҡасандыр беҙҙә ата-әсәләре менән тутыйғоштар, балыҡтар һатып алған балалар бөгөн үҙҙәре беҙгә балалары менән килә, - ти Рәмилә Рауил ҡыҙы, йылмайып. – Беҙҙең препараттар һәм кәңәштәребеҙ ярҙамында бесәйен йәки этен, быҙауын, сусҡаһын, ҡош-ҡортон ҡотҡарғандар һәр ваҡыт беҙгә яңынан килә. Нимәлер һатып алыу өсөн генә түгел, ә йорт хайуанының ғүмерен һәм сәләмәтлеген һаҡлап ҡалған өсөн ихлас рәхмәт һүҙҙәре лә әйтә. Бындай минуттарҙа эшебеҙҙең бик кәрәкле икәнлеген аңлайһың.