Әлшәй хәбәрҙәре
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Үҙ эшенең оҫтаһы
5 Ноябрь 2019, 12:49

Республиканың иң яҡшы техник-осеменаторы

Өфөлә Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы йыйылышта “Раевка” йәмғиәтенән Илдар Миңнулла улы Әхмәҙиевҡа күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн республика Хөкүмәте дипломы һәм аҡсалата премия тапшырҙылар.

Танылыу тиҙ генә яуланмай. Ул 36 йыл райондың аграр тармағында эшләй. Аксен ауыл хужалығы техникумын тамамлағандан һуң Раевка совхозында зоотехник булып хеҙмәт юлын башлай. Сураҡай ауылында тыуып үҫкән дипломлы йәш белгес Байдаковкала төпләнә. Ул унда буласаҡ тормош иптәше Валентинаны осрата. Татыу ғаиләлә ике ул һәм ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр.

Илдар Әхмәҙиев бына биш йылдан ашыу “Раевка” йәмғиәтендә эшләй. Иртә таңдан, һауымдар башланғансы 400-ҙән ашыу һыйыр аҫралған Үрәҙмәт һәм Красный Клин һөтсөлөк фермаларын йөрөп сыға.

- Илдар Миңнулла улы районда тәжрибәле белгестәрҙең береһе, - ти район ауыл хужалығы бүлеге баш зоотехнигы Флүр Солтанов. – Күп йыллыҡ хеҙмәт стажы, малсылыҡ тармағындағы тәрән белеме уға яһалма аталандырыу өсөн һыйырҙарҙы ваҡытында һәм яңылышмайынса асыҡларға ярҙам итә. Шуға уның етештереү күрһәткестәре лә юғары, быҙауҙар алыу 96 процентҡа етә. Әле фермала һыйырҙар күпләп быҙаулай. Тап көҙгө һәм ҡышҡы көндәрҙә бында голштин-фриз тоҡомло һау-сәләмәт быҙауҙар алалар ҙа инде.

Илдар Әхмәҙиев һөнәре нескәлектәренә өйрәткән тәүге остазы, техник-осеменатор Альфред Мяллоны маҡтап телгә ала. Артабан ул үҙе лә йәш белгестәрҙе өйрәтә башлай.

Ошо йылдар дауамында Илдар Миңнулла улы үҙе лә күп тапҡырҙар квалификация күтәреү курстары үткән. Сөнки был тармаҡта эшләгәндә күпте белеү мөһим. Ниндәйҙер кимәлдә зоотехник та, ветеринар ҙа булырға кәрәк, ә Илдар Әхмәҙиев - тап шундай белгестәрҙең береһе.

Автор фотоһы.

Читайте нас: