Ҡар күп түгел, әммә ижади эшкә һауа торошо ҡамасауламай. Педагогтар бында ҡарҙы ҙур һауыттарға тултыра, ул тығыҙланғас, артабан инде теләһә ниндәй һындар яһарға була. Өлкәндәрҙе һәм балаларҙы ҡыуандырып боҙҙан һәм ҡарҙан ысын сәнғәт өлгөләре ҡалҡып сыға.
- 15 градуслы һалҡында эшләүе яҡшыраҡ, - тип, оҫталыҡ серҙәре менән уртаҡлаша Мәжит Шакир улы. – Киҫеп алынған бүлкәттәр бер-береһенә тиҙ йәбешә. Етмәһә – ҡар киҫәктәре өҫтәйем, кәрәкле һыҙаттар килеп сыҡһын өсөн артыҡ урындарын киҫеп алам. Иң ҡыҙыҡлы этаптарҙың береһе - һәр персонаждың йөҙөн эшләү һәм уға йән өрөү.
Әкиәти йорттар, биҙәкле сыйырсыҡ оялары һәм тағараҡтар араһында - йәнһүрәт һәм әкиәт геройҙары. Улар йыл һайын үҙгәреп тора. Яңы йыл символы һәр ваҡыт почетлы урынға ҡуйыла. Быйыл иһә бер ҡабан сусҡаһы – ҡарҙан, икенсеһе боҙҙан яһалған тәпәндә ултыра, эргәләрендә өкө, ағас төбөндә бесәй тора, әйтерһең дә, уларға әкиәт һөйләй. Шулай уҡ ағас олонон ҡосаҡлаған бесәй балаһы ла иғтибарҙы йәлеп итә, ул бына-бына иң бейеккә үрмәләр кеүек. Ҡарағай янында айыу баллы көршәккә үрелә, ә эргәлә балаһы менән инә айыу уның татлы ризыҡ алып килгәнен күҙәтә. Гулливерҙың боҙҙан яһалған итектәре алпамышаһын көтә. Башняларҙа ултырған әтәстәр, әйтерһең дә, ҡояшты яңы көнгә ашыҡтыра. Бер яҡ ситтә моңһоу ғына уҙған йыл символы – Эт ултыра.
Һындар бына-бына терелеп китерҙәй тойола, улар һинең менән әйлән-бәйлән уйнар, елдәй етеҙ елдереп тимераяҡта уҙышыр кеүек. Бында ололар ҙа, балалар ҙа һалҡын ҡар һындарҙа иҫ киткес наҙ һәм йылылыҡ сатҡылары күрә, күңелдәре менән ысын мөғжизә булырына ышана.