Әлшәй хәбәрҙәре
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Үҙ эшенең оҫтаһы
31 Август 2018, 13:05

Ветеринария эшендә ҙур тәжрибә туплаған

Күптәр күңеленә оҡшаған һөнәр таба алмай, ә бына Венер Каррам улы Туғанов был йәһәттән уңған. Ул район ветеринария станцияһында күп йылдар инде хеҙмәт һала.

Күптәр күңеленә оҡшаған һөнәр таба алмай, ә бына Венер Каррам улы Туғанов был йәһәттән уңған. Ул район ветеринария станцияһында күп йылдар инде хеҙмәт һала.
Миәкә районының Илсеғол ауылында (ул шунда тыуып үҫкән) мәктәп тамамлағандан һуң, Венер апаһы Гөлфиә һәм ағаһы Миҙхәттән өлгө алып, Башҡортостан ауыл хужалығы институтына ветеринария табибы белгеслегенә уҡырға инә. 1991 йылда дипломлы белгес һөнәре буйынса Дыуан районында хеҙмәт юлын башлай. Өс йылдан һуң Әлшәй районына күсеп килә һәм Ташлы ветеринария участкаһына эшкә урынлаша. 2003 йылда район ветеринария станцияһына эшкә килә һәм әлеге көндә лә ошо ойошмала хеҙмәт һала. Венер Каррам улы Яңауыл биҫтәһенең мал салыу пунктында ветеринариия хеҙмәтләндәреүе һәм ветсанэкспертиза үткәрә. Малдарҙы ветеринария-оҙатыу документтарына ярашлы ҡабул итә. Малды салғандан һуң түшкәләрендә һәм эске органдарында патологик үҙгәрештәр булыу-булмауын тикшерә.
- Венер Каррам улы – беҙҙең иң тәжрибәле ветеринария табиптарыбыҙҙың береһе. Ул үҙ һөнәренең бөтә нескәлектәрен яҡшы белә, коллегалары араһында лайыҡлы абруй менән файҙалана, - ти район ветеринария станцияһы етәксеһе Хәлил Ҡадир улы Шәрипов.
Эшендә Венер Каррам улы – үҙ бурысына яуаплы ҡараусы, ярҙамсыл һәм оҫта белгес, ә йортонда – һөйөклө ир һәм хәстәрлекле ғаилә башлығы. Баҡһаң, уның тормош юлдашы Лилиә Салауат ҡыҙы ла табип икән, ләкин ул малдарҙы түгел, кешеләрҙе дауалай, Раевка үҙәк район дауаханаһының терапия бүлегендә шәфҡәт туташы булып эшләй. Ике бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Ҡыҙҙары Лиана Ырымбур медицина академияһында педиатр белгеслеге алған. Улдары Динар 11-се синыфҡа барасаҡ.
Буш ваҡыттарында Венер Туғанов еңел атлетикаға өҫтөнлөк бирә. Ҡышын саңғыла шыуа, район ярыштарында ҡатнаша һәм үҙ ойошмаһы намыҫын яҡлай.
Районда Венер Каррам улын тәжрибәле белгес булараҡ ихтирам итәләр. Ул үҙ эшен бик ярата һәм уға ҙур яуаплылыҡ менән ҡарай, бөтә көсөн һәм тырышлығын һалып эшләй. Бөгөн ул үҙ тәжрибәһен йәш коллегалары менән уртаҡлаша.
Айгөл МӨХӘМӘТДИНОВА.
Автор фотоһы.
Ветеринария табибы Венер Туғанов.
Читайте нас: